Азат BashLiberty
Мин АҠШ-та йәшәйем. Был илдә Рәсәй Федерацияһынан (Федерация — ҡағыҙҙа ғына) күп һанлы иммигранттар йәшәүе сер түгел, уларҙың күпселеге үҙҙәрен урыҫ тип таныта.
Мин таныш урыҫтарҙың күп булыуын йәшермәйем, улар менән төрлө эштәр буйынса киҫешәм. Уларҙың күбеһе тыуған илдәренән сәйәси сәбәптәр арҡаһында киткән, үҙҙәренең сәйәси позицияһын хәҙерге режимға ҡаршы тип билдәләйҙәр, Рәсәйҙең оппозицион сәйәсмәндәрен яҡлайҙар. Барыһы ла яҡшы кеүек: Путинды яратмайҙар, демократия һәм ирек өсөн көрәшәләр. Әммә барыһы ла яҡшы һәм ябаймы?
Сәйәси әүҙем кеше булараҡ, мин сәйәсәт мәсьәләләрен тикшереүҙе яратам. “Яҡшы урыҫтар” менән һөйләшкәндә (уларҙың ни тиклем яҡшы булыуын асыҡлайбыҙ, битлектәр сиселә…) мин алыҫтан башлайым: Путин — диктатор, мәғәнәһеҙ һуғыш, Навальныйҙы ҡулға алыу һәм үлтереү, был сәйәсмәнде күпселек урыҫ иммигранттары яратҡан (һаман ярата). Һуңынан улар өсөн ҡыйын мәсьәләләрҙе күтәрәм: Рәсәйҙең ихтимал тарҡалыуы, бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшеү (улар “сепаратизм” терминын ярата), Америкала украиндар менән мөнәсәбәттәр. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса иң популяр фекерҙәрҙе, аргументтарҙы һайланым (күпселек урыҫтар тап ошондай фекерҙә, ләкин һирәк иҫкәрмәләр бар):
- Милли республикаларҙың бойондороҡһоҙлоғо мөмкин түгел, сөнки быуаттар буйы бергә йәшәү арҡаһында урыҫтарҙың һәм милли республикаларҙың төп халыҡтарының мәҙәниәттәре тығыҙ үрелеп киткән, был ерле халыҡтарҙың айырым йәшәүен мөмкин булмаған итә (ә урыҫтарҙың йәшәүен мөмкин итә).
- Милли республикаларҙың бойондороҡһоҙлоғо мөмкин түгел, сөнки улар бик көсһөҙ буласаҡ һәм тышҡы агрессияға дусар буласаҡ (башҡа илдәр, төрлө террористик ойошмалар был республикаларҙа ячейкалар булдырасаҡ, Чечняны миҫал итеп килтерәләр). Ә Рәсәй был хәүефһеҙлектең гаранты буласаҡ.
- Милли республикаларҙың бойондороҡһоҙлоғо мөмкин түгел, сөнки улар американдарға һатыласаҡ (Америкала йәшәп тә, был илде яратмайҙар).
- Бойондороҡһоҙ республикалар экономик яҡтан һәләтһеҙ буласаҡ.
- Милли республикаларҙың үҙ дәүләтен төҙөү өсөн кадрҙар (аҡылдар), ресурстар етерлек түгел.
- Бойондороҡһоҙ милли республикаларҙа урыҫтарға ҡарата мотлаҡ геноцид буласаҡ, шуға республикаларҙың бойондороҡһоҙлоғо ярамаҫлыҡ эш.
- Бойондороҡһоҙ республикалар бер-береһе менән һуғышасаҡ, татыулыҡта йәшәй алмаясаҡ.
- Урыҫ халҡы Путиндың Украинаға ҡаршы һуғыш башлауында ғәйепле түгел. Хәҙерге етәкселектең айырым шәхестәре ғәйепле, төп масса зомбиҙар кеүек, һуғышты Путинды алып (яҡшы президент ҡуйып) туҡтатырға мөмкин.
- Американдар ике туған халыҡтарҙы (урыҫтар һәм украиндар) талаштырҙы.
- Һуғышта сәйәсмәндәр ғәйепле (Зеленский ҙа инә), халыҡ ғәйепле түгел.
- Урыҫтар өсөн (һораштырылған иммигранттар) “нормаль” украин булып урыҫтарға яҡшы мөнәсәбәттә булғандар һәм улар эргәһендә украинса һөйләшмәгәндәре генә һанала.
- 10-сы пунктҡа ярашлы, урыҫтар украиндарҙың дуҫтарса мөнәсәбәттә булмағанына (йәки улар менән бөтөнләй аралашырға теләмәгәненә), урыҫ телендә һөйләшергә теләмәгәненә ғәжәпләнә һәм яндырайлана.
Юғарыла күрһәтелгән пункттарҙан сығып, мин һораштырылған урыҫтарҙың күпселеге имперсылар, бүтән халыҡтарға (уларҙың һайлауына) бер ниндәй ҙә хөрмәт күрһәтмәйҙәр, әммә үҙҙәренә яҡшы мөнәсәбәт талап итәләр, сөнки улар урыҫтар. Украиндарға ҡарата ғәйеп тойғоһо ла, граждандар яуаплылығы ла юҡ.