Azat BashLiberty
Икенсе сортлы граждандар
Икенсе сортлы граждандар – үҙҙәренең гражданлыҡ йәки законлы резидент статусына ҡарамаҫтан, дәүләттә йәки башҡа сәйәси юрисдикцияла систематик һәм маҡсатлы рәүештә дискриминацияға дусар ителгән граждандар.
Был постты РФ хәрби хеҙмәткәре (Айдын Жамидуллов) Луганскиҙа (Украина оккупацияланған территорияһы) бер ҡатын-ҡыҙҙы вәхшиҙәрсә үлтереү буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһындағы мәғлүмәткә һылтанып башлағым килә. https://search.app/pb2fMEr4DkpPUcBi6
Беренсе ҡарашҡа бында логика бар һымаҡ күренә, шулай булырға тейеш тә: енәйәт ҡылған өсөн енәйәт язаһы ҡаралған. Әммә барыһы ла ысынлап та шулаймы? Әлеге хәлде асыҡларға тырышайыҡ.
Рәсәй Федерацияһы исемендәге империя фашист-нацист дәүләте булып тора, мин был хаҡта алдағы посттарымда ентекле ҡарап сыҡтым. Был илдә күп төрлө милләттәр, төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Тик бына өҫтөнлөклө милләт булып тап рус милләте генә тора. Был тормоштоң бөтә өлкәләрендә һәм власть кимәлдәрендә күренә. Телде, мәҙәниәтте, уларҙың үҫешенә ярҙам иткән сараларҙы тыю, йә бөтөнләй үткәрмәү, юҡ итеү сәйәсәтенән башлап, рус милләтенән булмаған ир-аттарҙы (уларҙың барыһын да үлтереп, һанын бик күпкә кәметер өсөн) һуғышҡа оҙатыу менән тамамлана.
Кремль пропагандаһы халыҡты зомбилаштырыу өсөн милли геройҙарҙың исемдәрен, уларҙың мәҙәни ҡиммәттәрен әүҙем ҡуллана (яңыраҡ башҡорт милли музыка ҡоралы көйөнә пропагандистик ролик сығарылды). Империя үҙенең хурлыҡлы маҡсаттарында башҡа халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын үҙләштерә. Ошондай материалдар күпме сыға тип уйлайһығыҙ? Бик күп. Халыҡтар берҙәмлеге, “россияндар” тип ҡысҡырып йөрөйҙәр.
Тик был ерле халыҡ вәкилдәре (йәки — уларҙың үҙҙәренсә әйтһәк, “рус булмағандар”) бер мәлгә тиклем генә россияндар булып иҫәпләнә. Әгәр спортсы – дағыстанлы (көрәш, бокс, MMA) халыҡ-ара ярышта РФ вәкиле булып сығыш яһаһа, ул россиян. Ә менә ул РФ беренселегендә сығыш яһаһа, һәм уның ҡаршыһында рус спортсыһы булһа, ул шунда уҡ дағыстанлы булып китә.
Буче ҡалаһында хәрби енәйәттәрҙе Рәсәй хәрбиҙәре ҡылды. Кремль быны, әлбиттә, кире ҡаҡты, ә һуңынан “Бучела Бурятиянан хәрби хеҙмәткәрҙәр булған” тип мәғлүмәт бирҙе.
Ә хәҙер пост башындағы яңылыҡҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Әгәр иғтибар менән уҡырһығыҙ, унда аҡҡа ҡара менән Ҡаҙағстан сығышлы… Айдын Жамидуллов тип яҙылған. Рәсәй хәрбиҙәре Украинала күпме шундай енәйәт ҡылды? Мин был һанда яңылышырға ҡурҡам. Тик енәйәт язаһы һирәк кенә осраҡта ҡулланыла. Һәм уларҙа рус милләт вәкилдәре иҫәпкә инәме?
Кремльгә Жамидуллов кеүек кешеләрҙе яҡтыртыу бик отошло (улар уны үҙҙәренеке тип япмаҫтар, бигерәк тә Жамидуллов улар өсөн ҡәҙерле кадр, офицер, десантник).
Кремль бына, рус милләтенән булмағандар енәйәт ҡыла, тип күрһәтергә теләй! Сөнки улар әйтергә теләгән фекер: урыҫтар быны эшләй алмай, улар бит яҡшы, тәртипле. Тик рус булмаған кеше генә яуызлыҡ һәм енәйәт ҡыла ала.
Кремль был хурлыҡлы һуғышҡа ерле халыҡтарҙы күпләп йәлеп итеп кенә ҡалмай, уларҙы был енәйәтле һуғыштың ҡатнашыусылары итеп тә яһай, уларҙы енәйәтселәр, ҡырағайҙар итеп күрһәтергә тырыша. Бындай хурлыҡтан ситтә тороп ҡалмаһын һәм ҡанды йыуып төшөрә алмаһын өсөн бөтәһен дә эшләй.
Башҡорттар! Һеҙҙең ғорурлығығыҙ бармы? Был беҙҙең һуғыш түгел. Беҙ енәйәтсе милләт булырға тейеш түгел. Һеҙгә урыҫ милләте өсөн һауым һыйыры булыу оҡшаймы? Һеҙ был террорист-илдең икенсе сортлы граждандары булыуҙы теләйһегеҙме? Һеҙ, башҡорттар, башығыҙҙы эшләтеп, намыҫығыҙҙы ҡуллана башлаһын өсөн тағы күпме украин халҡы үлтерелергә, күпме башҡорт был һуғышта ятып ҡалып, үҙ исемен хур итергә тейеш?